Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Төбәктә 2014 йылдың яҙында «ДАМАТЕ» компаниялар төркөмөнөң һөтсөлөк комплексы төҙөлә башлаясаҡ

Иҡтисад

2014 йылдың яҙында Бүздәк районында «ДАМАТЕ» компаниялар төркөмөнөң ҙур һөтсөлөк комплексын төҙөү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Комплекс 11,5 мең баш һыйырға иҫәпләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инвестициялар күләме яҡынса һигеҙ миллиард һум тәшкил итәсәк. Инвестициялар ике йыл ярым – өс йыл эсендә тулыһынса үҙләштереләсәк. Бында бер һыйырҙан йылына 10 тонна һөт һауып алыу планлаштырыла. Тотош комплексты алғанда, тәүлегенә — 287 тонна, йылына 105 мең тонна һөт һауып алыу ҡаралған.

БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, дөйөм ил буйынса алдағы өс-дүрт йылда «ДАМАТЕ» компанияһы ауыл хужалығы проекттарына 24 миллиард һум күләмендә инвестициялар йүнәлтергә ниәтләй.

«ДАМАТЕ» башлығы Наум Бабаев һүҙҙәренсә, киләсәктә агрохолдинг бындай һөтсөлөк комплекстарын Төмән һәм Пенза өлкәләрендә төҙөргә планлаштыра. Холдингтың һөт эшкәртеү буйынса дөйөм ҡеүәте 2014 йыл аҙағына тәүлегенә яҡынса 800 тоннаға етәсәк, тип хәбәр итте компаниялар төркөмө етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть