9 декабрь, Йома

09 сентябрь 2013 йыл, 16:06

Башҡортостан ташҡындан зыян күреүселәргә компенсация түләүгә 40 миллион һум аҡса алды

автор: Галина Бахшиева

Әбйәлил һәм Белорет райондарында ташҡындан зыян күреүселәргә компенсация түләүҙең икенсе этабы Башҡортостанда алдағы ике көндә тамамланасаҡ. Аҡсаларҙы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары күсерә.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Эльмира Кожаева хәбәр итеүенсә, ташҡындан зыян күргән кешеләргә матди һәм финанс ярҙамы күрһәтеүгә федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелгән.

Граждандарҙың ғаризалары буйынса уларҙың банктағы иҫәптәренә аҡсалар 6 сентябрҙә күсерелә башланы. Исемлектәр Әбйәлил һәм Белорет райондары хакимиәттәре менән әҙерләнде һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Идаралығы менән раҫланды.

Федераль бюджеттан бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам бер кешегә 10 мең һум күләмендә түләнә, әммә бер ғаиләгә 50 мең һумдан ашыу аҡса бирелмәй.

Мөлкәтен өлөшләтә юғалтҡан һәр кешегә финанс ярҙамы 50 мең һум күләмендә билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь башында Башҡортостанда 2013 йылдың авгусында ташҡындан зыян күреүселәргә бер тапҡыр матди ярҙам түләүҙең беренсе этабы тамамланды. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 18 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Республика бюджетынан компенсация күләме һәр кешегә 5 мең һум тәшкил итте, әммә бер ғаиләгә 25 мең һумдан ашыу аҡса түләнмәне.

Башҡортостанда йәмғеһе 3609 кеше һәм 1123 хужалыҡ ташҡындан зыян күргән.