5 декабрь, Дүшәмбе

09 сентябрь 2013 йыл, 15:20

Ейәнсура районында Микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды

автор: Розалия Вәлиева

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында Республика микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды. Был хаҡта БР Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Офис 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса урта сроклы комплекслы программаның саралар планына ярашлы асылды. Бөгөнгө көндә Урал аръяғында Республика микрофинанслау үҙәгенең йәнә өс офисы эшләй. Улар Әбйәлил, Баймаҡ һәм Учалы райондарында урынлашҡан. Был офистарҙа эшҡыуарҙар йылына 10 процент ставка менән льготалы микрозаймдар формаһында дәүләт ярҙамы ала. Урал аръяғының бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелгән микрозаймдарҙың дөйөм күләме 152 миллион һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда йәмғеһе 12 бындай офис эшләй.