8 декабрь, Кесе йома

09 сентябрь 2013 йыл, 14:57

Республика парламентында тәүгә алты партия вәкилдәре эшләйәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарихында тәүгә һайлау йомғаҡтары буйынса унда алты партия вәкилдәре эшләйәсәк: «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы», «Социаль теләктәшлек партияһы» берҙәм округ буйынса партия исемлектәре һәм бер мандатлы округтар буйынса исемлектәр составында еңеп сыҡты. Был хаҡта дүшәмбе, 9 сентябрҙә, һайлауҙарҙың яҡынса йомғаҡтарына арналған брифингта БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.

Берҙәм республика округы буйынса ете процентлыҡ сикте ике сәйәси партияның төбәк бүлексәләре үтте. Улар — «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ. Был һайлау берләшмәләре 55 депутат мандатын үҙ-ара бүлешәсәк.

Бер мандатлы округтар буйынса берҙәм рәсәйлеләр 55 округтың 39-ында еңеп сыҡты. КПРФ-тан кандидаттар мандаттарҙы – дүрт округта, ЛДПР вәкилдәре – өс округта аласаҡ. Шулай уҡ өс округта өс йәш партия — Рәсәй патриоттары», «Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы», «Социаль теләктәшлек партияһы» вәкилдәре еңеп сыҡты.

Алты округта үҙҙәрен үҙҙәре күрһәтеүсе кандидаттар еңде.