3 декабрь, Шәмбе

09 сентябрь 2013 йыл, 13:55

Рөстәм Хәмитов 2015 йылда төбәк башлығы вазифаһына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итеүҙе инҡар итмәй

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 2015 йылда үтәсәк һайлауҙарҙа төбәк башлығы вазифаһына үҙенең кандидатураһын тәҡдим итеүҙе инҡар итмәй.

— Үҙемдең позициямды түбәндәгесә билдәләйем: минең хеҙмәтемә тик халыҡ ҡына баһа бирә ала. Айырым кешеләр, айырым хәрәкәттәр түгел, ә ябай граждандар. Әгәр кандидатурамды хуплаһалар, бындай тәҡдимдәр булһа, ул ваҡытта, әлбиттә, тейешле ҡарар ҡабул итәсәкмен, — тине Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашыу барышында.

Һайлау алды кампанияһы тураһында һүҙ йөрөтөп, Президент уның тыныс үтеүен билдәләне.

— Башҡортостан халҡы һайлауҙарға әҙерлек осорона бик яуаплы ҡараны. Әлбиттә, төбәктә булған үҫеш йүнәлештәренә төрлө фекерҙәр, төрлө ҡараштар булды. Был тәбиғи, шулай булырға тейеш. Хәлде ыңғай, тыныс тип баһалайым, йәғни барыһы ла мәҙәни йәмғиәткә хас булғанса бара. Әгәр ҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау бар икән, бындай осраҡтарҙа төплө дәлилдәр килтерелә һәм хәл ҡатмарлаштырылмай, — тине Рөстәм Хәмитов.