6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2013 йыл, 13:34

Республиканың көньяҡ райондарында көслө ямғыр яуыуы көтөлә

автор: Галина Бахшиева

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда элеккесә тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана.

Һауа температураһы республикала 9-12 сентябрҙә төндә – 7-12 градус, көндөҙ 21 градус йылы буласаҡ.

Үткән аҙналағы кеүек үк, ағымдағы аҙнала республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. 11 сентябрҙә Башҡортостандың көньяҡ райондарында көслө ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Көслө ямғырҙар шулай уҡ 9 сентябрҙә – Волга буйы федераль округының көньяҡ төбәгендә, 10 сентябрҙә Татарстанда көтөлә.

темалар: һауа торошо