2 декабрь, Йома

09 сентябрь 2013 йыл, 12:20

Төбәктә ужым культураларын сәсеүҙе тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондары аграрийҙары тамамланы

автор: Эльвира Латипова

Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондарының ауыл хужалығы предприятиелары Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып ужым культураларын сәсеүҙе тамамлаған. Был хаҡта БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Көйөргәҙе аграрийҙары – 19,4 мең гектар майҙанда, Хәйбулла эшсәндәре 2 мең гектар майҙанда буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалған.

Дөйөм алғанда, БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 441 мең гектар майҙанда ужым сәселгән, был планлаштырылған күләмдең 74 процентын тәшкил итә.