6 декабрь, Шишәмбе

09 сентябрь 2013 йыл, 12:04

Башҡортостанда ҡулланыусылар хаҡтары индексы августа 99,8 процент тәшкил итте

автор: Эльвира Латипова

Республикала тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы августа 99,8 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Йыл башынан алып – 104,5 процент.

Статистиктар дефляцияны емеш-йәшелсә продукцияһына хаҡтарҙың ваҡытлыса (17,8 процентҡа) түбәнәйеүе менән аңлата.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар индексы ай йомғаҡтары буйынса – 98,4 процент, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға — 100,4 процент, хеҙмәттәргә 101 процент кимәлендә билдәләнгән. Йыл башынан алып индекстар – шул тәртиптә 104,4; 102,1 һәм 108,5 процент.

Рәсәй буйынса тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары дөйөм алғанда бер ай эсендә — 0,1 процентҡа, йыл башынан алып 4,5 процентҡа артҡан.