Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Республика Хөкүмәте инвестор менән берлектә Магнитогорскиға яңы юл төҙөргә әҙер

Иҡтисад

Йома, 6 сентябрҙә, Хөкүмәт комиссияһы ултырышында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында «Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөү (реконструкциялау)» инвестиция проекты хупланды. Икенсе категориялы юлдың яҡынса оҙонлоғо – 220 километр, шул иҫәптән 195 км – Башҡортостан биләмәһендә, 25 км – Силәбе өлкәһендә.

БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты иҫәпләүенсә, йыл һайын 500 миллион һум аҡса йүнәлтеп, проектты республика бюджеты иҫәбенә генә тормошҡа ашырыу 40 йылға һуҙыласаҡ. Шәхси инвестициялар йәлеп иткәндә, проектты биш йылда ғәмәлгә ашырырға мөмкин.

Тәүҙә Стәрлетамаҡ – Ҡағы участкаһын төҙөү планлаштырыла. Ҡағы – Магнитогорск участкаһы түләүле буласаҡ: түләү айырым категория транспорт саралары өсөн билдәләнәсәк.

Төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлы 2004 йылда төҙөлә башлаған. Бөгөнгө көнгә биш километр оҙонлоҡтағы участка файҙаланыуға тапшырылған, йәнә 17 километр төҙөргә ҡалған. Шулай уҡ республиканың Ишембай, Бөрйән һәм Белорет райондарындағы юлдарҙың ҡайһы бер участкаларын реконструкциялауға проект документацияһы әҙерләнә.

Ҡағы – Магнитогорск юлына проект документтары әлегә юҡ. Был – концессия килешеүе буйынса потенциаль шәхси партнерҙың бурысы.

— Киләсәктә Стәрлетамаҡ – Магнитогорск автомобиль юлын Европа – Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транспорт маршруты менән тоташтырыу планлаштырыла, — тип хәбәр итте БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть