6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 17:00

Башҡортостан Президенты Халыҡ-ара валюта фонды вәкилдәре менән осрашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Һалымдарға етәкселек итеүҙә техник ярҙам күрһәтеү өсөн Өфөгә эш визиты менән Халыҡ-ара валюта фонды делегацияһы килде. Делегацияны Фондтың Һалым һәм бюджет мәсьәләләре буйынса департаменты етәксеһе урынбаҫары, Европа, Азия һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең килеменә етәкселек итеү буйынса бүлек начальнигы Хуан Анхел Торо Ривера етәкләй. Фонд вәкилдәре менән республика Президенты Рөстәм Хәмитов осрашты.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың иҡтисади хәле – нефть химияһы, ауыл хужалығы, сеймал табыу сәнәғәте, эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләне.

— Республикала эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора, — тип билдәләне Президент. – Беҙҙә инвесторҙар өсөн ҙур ташламалар булдырылған: иҡтисади үҫешкә тик инвестицияларҙың ғына йоғонто яһай алыуын яҡшы аңлайбыҙ. Үткән йылда йәлеп ителгән инвестициялар күләме ете миллиард долларҙан ашыу тәшкил итте.

Башҡортостанда банктар секторы ла яҡшы үҫешкән. Банк ойошмалары һаны буйынса республика Рәсәйҙә — бишенсе урында, халыҡҡа бирелгән кредиттар күләме буйынса 12 урында тора. Былтыр халыҡтың вкладтары 25 процентҡа артҡан.

— Беҙгә төбәктең һөҙөмтәле финанс сәйәсәтен ойоштороуҙа ярҙам кәрәк. Субъекттың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһен арттырырға һәләтле ҡаҙна механизмдарын белергә теләйбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов Хуан Анхел Торо Ривераға. – Шулай уҡ белгестәребеҙҙең квалификацияһын күтәреү өсөн һеҙҙән ярҙам кәрәк булыуы ихтимал.

— Һалымдарға етәкселек итеү уңайлы инвестицион мөхит булдырыуҙа мөһим роль уйнай, — тип билдәләне Халыҡ-ара валюта фонды вәкиле. – Һалым органдары эшмәкәрлегенең балансын тәьмин итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта һалымдар күләме ғәҙел билдәләнергә тейеш. Һалымдар йыйыу буйынса эшмәкәрлек үтә сығымлы булырға тейеш түгел. Был ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү бурысы бөгөн донъя илдәренең бихисап һалым хеҙмәттәре алдында тора. Беҙҙең визиттың маҡсаты – кәңәштәр һәм рекомендациялар биреүҙә генә түел. Беҙ асыҡ диалог ярҙамында илдә ниндәй хәлдәр барлығын белергә теләйбеҙ.

Халыҡ-ара валюта фондының Рәсәйгә визиты 1 сентябрҙә башланып, айҙың 17-һенә тиклем дауам итәсәк. Был ваҡыт эсендә делегация ағзалары Мәскәү, Өфө, Ҡазан һәм Түбәнге Новгород ҡалаларына барырға планлаштыра. Һуңғы йылдарҙа Халыҡ-ара валюта фонды вәкилдәре АҠШ, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстанда булған. Өфөлә делегация Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына, «Налог-сервис» федераль ҡаҙна учреждениеһы филиалына һәм Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең 39-сы район-ара инспекцияһына барырға ниәтләй.

темалар: бр президенты