6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 16:02

Яҙыусы-юморист Леонид Соколов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

автор: Алик Шакиров

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән билдәле яҙыусы-юморист, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Леонид Соколовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Был юғары наградаға Леонид Алексеевич «мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә юғары ижади ҡаҙаныштары өсөн» лайыҡ булды, тиелә документта.

Леонид Соколов – бер нисә китап авторы, әҫәрҙәре «Вокруг смеха» (Санкт-Петербург), «Фонтан» (Одесса), «Чаян» (Ҡазан), «Веселуха» (Мәскәү), «Кукумбер» (Мәскәү) журналдарында, «Литературная газета», «Комсомольская правда», «Аргументы и факты» гәзиттәрендә, республиканың «Һәнәк», «Бельские просторы», «Ағиҙел» журналдарында баҫылып сыҡты. Күптән түгел, ағымдағы йылдың авгусында, «Китап» нәшриәтендә авторҙың «Автограф» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе.

Быйыл июль айында яҙыусы үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ун йылдан ашыу, 2002 йылдан башлап, ул «Башинформ» агентлығында эшләне. Әлеге ваҡытта Леонид Соколов – БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.