8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2013 йыл, 15:00

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 6 сентябрҙә, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Миҙал, орден һәм атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр исемдәренә уҡытыусылар, табиптар, ғалимдар, журналистар, производствола эшләүселәр, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр лайыҡ булды.

Тантаналы сараны асып, Рөстәм Хәмитов наградланыусыларға ил һәм республика үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Был наградаларҙы тапшырыу минең өсөн оло ҡыуаныс. Улар оҙаҡ йылдар дауам иткән ауыр һәм яуаплы хеҙмәт менән яуланған. Һеҙ беҙҙең йәштәребеҙ, тотош йәмғиәтебеҙ өсөн өлгө булып тораһығыҙ, — тип билдәләне Президент. – Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар теләйем, йәмғиәттә ыңғай мөхит булдырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлеккә ынтылышығыҙ бер ҙә һүрелмәһен.

Рөстәм Хәмитов хәҙерге замандың ауыр булыуын билдәләне. Иҡтисади үҫеш темптары кәмене, был донъя кимәлендә барған тенденцияларға бәйле. Рәсәй, Башҡортостан предприятиелары продукцияһы һорау менән файҙаланмай. Әммә тәбиғәттә һәр ваҡыт цикллылыҡ була, һәм бер аҙ туҡтап торғандан һуң артабанғы үҫеш осоро күҙәтелә, тип иҫәпләй Президент.

Залда ултырыусыларға мөрәжәғәт итеп, республика етәксеһе уларҙы әүҙем эшмәкәрлек алып барыуҙы, иҡтисад өлкәһендәге кире күренештәр менән көрәште дауам итергә һәм бындай эшмәкәрлеккә башҡа кешеләрҙе лә йәлеп итергә саҡырҙы.

Шулай итеп, Почет орденына «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов лайыҡ булды.

БР Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлеге академик-секретары Вил Тимербулатовҡа — Дуҫлыҡ ордены, БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбовҡа — «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» исеме, Өфөнөң 31-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Алла Павловаға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде.

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының 132-се һөнәри училищеһы уҡыусыһы Юрий Михайловҡа һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Александр Федуловҡа Рөстәм Хәмитов «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдарын тапшырҙы.

Бөгөн йәмғеһе 46 кешегә наградалар тапшырылды.