6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 14:06

Өфөнөң Затон биҫтәһендә икенсе күперҙе «Уралмостострой» ойошмаһы 4,8 миллиард һумға төҙөйәсәк

автор: Эльвира Латипова

Силәбе өлкәһенең «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфөнөң Затон биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша икенсе күпер төҙөү һәм документация әҙерләүгә асыҡ конкурста еңеүсе булды. Был эштәрҙе ойошма минималь хаҡҡа – 4,8 миллиард һумға башҡарырға тәҡдим итте.

«Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, еңеүсенән тыш, сауҙала «Волгомост» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Һарытау), «Мостострой-12» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Төмән) һәм «Мостовик» ғилми-етештереү берекмәһе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Омск) ҡатнашҡан.

Мэрия мәғлүмәттәренә ярашлы, объект Ағиҙел йылғаһы аша һалынған автомобиль күперенән 40 метр өҫтәрәк төҙөләсәк. Уның оҙонлоғо 936,1 метр тәшкил итәсәк. Күперҙә өс һыҙатлы хәрәкәт ойоштороу планлаштырыла. Был объект ҡаланан сыҡҡан урында тығындарҙы бөтөрөргә ярҙам итәсәк, М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» федераль трассалары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итәсәк.

«Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – махсуслаштырылған күпер төҙөү ойошмаһы. Уның составына алты күпер төҙөү предприятиеһы, шул иҫәптән Өфөнөң 30-сы күпер төҙөү отряды инә.