11 декабрь, Йәкшәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 12:09

Хәйбулла районында ете йәш ғаилә яңы торлаҡ алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Хәйбулла районы хакимиәтендә «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте.

Биш ғаиләгә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуға субсидия алыу өсөн таныҡлыҡтар тапшырылды. Йәнә ике йәш ғаиләгә ошо уҡ программа сиктәрендә өҫтәмә социаль түләүҙәр бирелде, бындай түләүҙәр ғаиләләргә бала тыуғанда бүленә.

Сертификаттарҙы район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов тапшырҙы һәм йәштәргә бәхет, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләне.

Ғаиләләр, үҙ сиратында, район хакимиәтенә, торлаҡ программалары буйынса хеҙмәт белгестәренә иғтибарлы һәм йылы мөнәсәбәт, профессиональ эшмәкәрлек күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Ағымдағы йылда «2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса таныҡлыҡтар йәмғеһе 13 ғаиләгә тапшырылды. Йәнә 12 ғаилә «Торлаҡ» программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртты, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.