Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Океанология институты директоры Роберт Ниғмәтуллин Өфөлә асыҡ лекция үткәрәсәк

Йәмғиәт

14 сентябрҙә Өфөгә П.П.Ширшов исемендәге Океанология институты директоры, Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы, БР Фәндәр академияһының элекке президенты Роберт Ниғмәтуллин килә.

Ғалим «Фән фестивале» байрамында ҡатнашасаҡ һәм «Фән һәм хәҙерге заманда дүрт «Э» (энергетика, экология, экономика, этнос)» исемле асыҡ лекция үткәрәсәк. Теләгән һәр кем Роберт Ниғмәтуллинға үҙ һорауҙарын бирә аласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондының матбуғат хеҙмәтенән.

Сараны ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фонды, «Династия» фонды ҡатнашлығында БР Фәндәр академияһы, төбәктең Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды сығыш яһай.

Лекция 14 сентябрҙә 15.00-16.00 сәғәттәрҙә Киров урамы, 15 адресы буйынса БР Фәндәр академияһында үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть