6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 10:37

«Айыҡ ауыл» конкурсы арҡаһында Башҡортостанда айыҡ туйҙар йышыраҡ үткәрелә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда айыҡ туйҙар йышыраҡ үткәрелә башланы. Ошо көндәрҙә Йылайыр районында бер юлы ике пар никахҡа ингән. Юлдыбай ауылынан Марат һәм Рәмилә Мусиндар, Ишбулды ауылынан Азат һәм Гөлназ Әмәкәсовтар тантаналы байрамдарын алкоголле эсемлектәрһеҙ үткәргән.  

БР буйынса ЗАГС идаралығынан билдәләүҙәренсә, Әмәкәсовтар ғаиләһенең «Айыҡ ауыл-2012» республика конкурсында призлы урын яулаған ауылда йәшәүе айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бындай ғаиләләр йәштәр өсөн өлгө булып тора.

«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн көрәштә күп саралар үткәрә: магазин кәштәләренән алкоголле эсемлектәр алына, айыҡ һабантуйҙар үткәрелә, уҡыусылар һәм студенттар өсөн алкоголдең зыяны тураһында семинарҙар ойошторола, ә айыҡ туйҙар үткәреү йылдан-йыл киң популярлыҡ яулай бара.

темалар: айыҡ ауыл