Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала «Минең яратҡан уҡытыусым» конкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Минең яратҡан уҡытыусым» конкурсы старт алды. Бәйгене ойоштороусылар булып БР Мәғариф министрлығы, республиканың алдынғы баҫмалары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостандың мәғлүмәт-мәғариф порталы сығыш яһай.

БДПУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа тәҡдим ителгән эштә уҡытыусының фотоһүрәте һәм уның турала инша, хикәйә йәки шиғыр булырға тейеш. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге сайтында теркәлергә һәм ижади эште «Галерея» бүлегендә («Минең яратҡан уҡытыусым» фотоальбомында) урынлаштырырға кәрәк.

Еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнәсәк: «Минең беренсе уҡытыусым», «Йөҙөндә — ихлас йылмайыу», «Үҙенсәлекле ҡараш» (иң оригиналь фотоһүрәт), «Бер тулҡында» (уҡытыусы һәм уҡыусы), «Танылыу» (төрлө уҡыусылар тарафынан ебәрелгән уҡытыусы фотоһүрәте), «Мәктәптә һәм өйҙә яратҡан уҡытыусы», «Булмышы — тәрбиәсе».

Бәйгелә мәктәп уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнаша ала. Конкурс 1 октябргә тиклем дауам итәсәк. Тәҡдим ителгән эштәргә махсус комиссия баһа бирә. 1-5 октябрҙә бәйгегә йомғаҡ яһау планлаштырыла. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Уҡытыусылар көнөнә ҡарата үткәреләсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт конкурс сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть