3 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2013 йыл, 9:35

Белорет районының Инйәр ауылында яңы икмәкхана асылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Белорет районының Инйәр ауылында яңы икмәкхана асылды. Был – Инйәр ауылы халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Ҡасандыр ауылдың үҙенең икмәкханаһы булған, һәм икмәк менән бәйле проблемалар булмаған. Әммә учреждение 2010 йылда ябылған, икмәкте башҡа ауылдарҙан килтерә башлағандар. Һәм өҫтәлдең төп ризығын киске ваҡытта йәки ял көндәрендә һатып алыу Инйәр халҡы өсөн проблемаға әүерелгән.

Урындағы хакимиәткә был мәсьәләне хәл итеүҙә «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы ярҙам иткән. Яңы учреждение ауылдың Энергетиктар урамында реконструкцияланған бинала урынлашты.

Икмәкхана асыу тантанаһында «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы директоры, Һамар өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Сафиулла Вилданов, Белорет районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Ручкина, «Тимер юл сауҙа компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Һамар филиалы ҡарамағындағы Башҡортостан сауҙа-етештереү берекмәһе начальнигы Зариф Кәримов ҡатнашты, тип хәбәр итте Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Бөгөнгө көндә икмәкханала алты кеше эшләй, уларҙың барыһы ла ҡасандыр бында икмәк бешереүсе булып эшләгән. Тәжрибәле коллективты Өфө аграр университетын 2011 йылда тамамлаған Резеда Ғәлинә етәкләй. Уның һүҙҙәренсә, коллектив өсөн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған, эш процестары автоматлаштырылған.

Инйәр ауыл советы башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов тимер юлсыларға ауылда икмәкхана асҡандары өсөн рәхмәт әйтте.