Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

2016 йылға Башҡортостанда балалар баҡсаларына сираттар мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда саралар комплексы — «юл картаһы» әҙерләнгән. Уға ярашлы 2016 йылға тиклем мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сираттарҙы тулыһынса бөтөрөү планлаштырыла.

Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов билдәләүенсә, төбәктә был мәсьәлә эҙмә-эҙлекле хәл ителә: былтыр 14 мең урын булдырылған. Уларҙың 4071-е — балалар баҡсалары төҙөү иҫәбенә, ҡалғандары альтернатив формалар ярҙамында булдырылған. Был эш артабан да дауам итәсәк. Шулай итеп, 2014 йылда Башҡортостанда балалар баҡсаларында 11 мең яңы урын булдырыу планлаштырыла.

— Заманса мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөүгә төбәктә йыл һайын 4 миллион һумға яҡын аҡса тотонола, — тине Әлфис Ғаязов. – Республика средстволарынан тыш, был мәсьәләне хәл итеүгә федераль субсидиялар ҙа йүнәлтелә. Атап әйткәндә, быйыл 1,7 миллиард һумдан ашыу аҡса алдыҡ (Рәсәй буйынса был дүртенсе күрһәткес), был сумма шулай уҡ балалар баҡсаларында урындар дефициты мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть