9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2013 йыл, 16:00

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Әбйәлил районында ташҡындан зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Әбйәлил районында ташҡындан зыян күргән кешеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса хәйриә акцияһы үткәрҙе. Был изге эшкә шулай уҡ БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, ҡайһы бер ойошмалар һәм райондың яҡташтар ойошмаһы вәкилдәре ҡушылды.

БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошма рәйесе Розалия Солтангәрәева, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы директоры Илүзә Ғәйнуллина менән берлектә гуманитар ярҙам күрһәтеү маҡсатында ылау ойоштороп, Әбйәлил районына барып ҡайтты. Асҡар ауылында посылка һыу баҫҡан ауылдар халҡына тапшырылды. Райондың халыҡ мәғарифы бүлеге хеҙмәткәрҙәре «Әбйәлил» яҡташтар ойошмаһы исеменән беренсе класс уҡыусылары өсөн портфелдәр һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырҙы.