4 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2013 йыл, 15:35

Мәҙәниәт йылында республикала клубтар ремонтланасаҡ һәм музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ

автор: Ольга Мортазина

2014 йыл Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында тура эфир барышында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан мәҙәниәте кимәлен юғары баһаланы. «Быға ҡарамаҫтан, профессиональ һәм халыҡ мәҙәниәте айырыуса ҙур иғтибар талап итә, — тип иҫәпләй Президент. – Мәҙәниәт өлкәһе сәнғәтте генә түгел, ә бөгөнгө көндә насар хәлдә булған йәки бөтөнләй ташландыҡ хәлдә ҡалған ауыл мәҙәниәт йорттарын, китапханаларҙы ла үҙ эсенә ала. Шуға күрә мәҙәниәт учреждениеларын ремонтлауға средстволар бүленә, алдағы йылда аҡса күберәк буласаҡ. Яҡын киләсәктә музыка мәктәптәре өсөн музыка ҡоралдары, шулай уҡ профессиональ коллективтар өсөн юғары сифатлы инструменттар һатып алыу планлаштырыла. Мәҙәниәт – ул үҙеңде танытыу мөмкинлеге. Бөтә донъя буйлап гастролдәрҙә йөрөгән Башҡортостан башҡарыусылары беҙҙе данлай, таныта. Шуға күрә 2014 йылда мәҙәниәткә тағы ла күберәк иғтибар бүленәсәк», — тине республика башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы реконструкциялана. Һуңғыһы Музыка йортона әүереләсәк.