9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2013 йыл, 15:00

Башҡортостан Президенты Astec Inc компанияһы вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 5 сентябрҙә Astec Inc компанияһының (АҠШ) халыҡ-ара һатыуҙар буйынса вице-президенты Раджи Элмаула менән осрашты. Осрашыуҙа республикала юл төҙөлөшөндә ҡулланылған юғары сифатлы компоненттар етештереү мөмкинлектәре тикшерелде.

— Беҙҙең компания асфальт етештереү заводтарын булдырыу буйынса лидер булып тора. Башҡортостан Президенты менән осрашыу барышында төбәктең юлдар селтәрен үҫтереү, шулай уҡ юлдар төҙөү өсөн ҡатышма әҙерләү буйынса производстволарҙы яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙек. Республиканың юлдар селтәре иң юғары стандарттарға яуап бирергә тейеш, — тип аңлатты журналистарға Раджи Элмаула.

Уның һүҙҙәренсә, Astec Inc компанияһының технологияһы бөгөнгө көндә Төньяҡ Америкала, шулай уҡ Австралия, Европа һәм Яҡын Көнсығышта уңышлы тормошҡа ашырыла. Әлегә Башҡортостанда компоненттар етештереү мөмкинлеге тикшерелә, тип хәбәр итте компанияның вице-президенты.

— Һеҙҙең республика менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килештек, — тине Раджи Элмаула.

Көн элгәре Astec Inc компанияһы вәкилдәре буласаҡ производство өсөн бер нисә майҙансыҡты ҡараны. Улар Ағиҙел һәм Өфө ҡалаларында урынлашҡан.

— Техник мәсьәләләрҙе ентекле тикшереү өсөн беҙгә, әлбиттә, ваҡыт кәрәк. Тәү сиратта, республикала производство булдырыу, шулай уҡ был секторға заманса ҡорамалдар йәлеп итеү мөмкинлектәрен тикшереү мөһим, — тип билдәләне Astec Inc компанияһының вице-президенты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Американың юлдар комплексы предприятиелары менән эшләү буйынса ыңғай тәжрибә бар. Өфөлә Америка, Германия һәм Башҡортостандың берлектәге предприятиеһы — TerraCrete Technologies теркәлгән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, предприятиеның талаптарға ярашлы һәм һөҙөмтәле эшләүе иҫбатланған.