Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә

Йәмғиәт

Башҡортостан баш ҡалаһы XXIII Халыҡ-ара Аксаков байрамын үткәрергә әҙерләнә. «Башинформ» агентлығына Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25 сентябрҙә Аксаков әҙәби кисә-конкурсы үтә.

Унда теләгән һәр студент ҡатнаша ала. Эштәр Сергей Аксаковтың ижадына бағышланған булырға тейеш. Бәйге өс номинацияла үтәсәк: «Ижади эш», «Проза һәм поэзия», «Актерлыҡ оҫталығы». Студенттар араһында ойошторолған әҙәби кисә-бәйге йыл һайын яңы таланттар аса. Ҡатнашыусылар менән тәҡдим ителгән проекттарҙың күбеһе уңышлы ғәмәлгә ашырыла.

Бәйге Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының «ACADEMIA» галереяһында үтәсәк. Заявкалар 20 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн (347) 228-49-77, 253-71-31 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть