8 декабрь, Кесе йома

05 сентябрь 2013 йыл, 12:21

Рөстәм Хәмитов: «Һайлау кампанияһы ыңғай юҫыҡта бара икән, тимәк, халыҡ ышаныс белдерә»

автор: Арина Рәхимҡолова

— Эшләргә, тырышырға кәрәк, кире йоғонтоға бирелергә, һәр нәмәне инҡар итергә ярамай. Әгәр һайлау кампанияһы ыңғай юҫыҡта бара икән, тимәк, халыҡ ышаныс белдерә, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 4 сентябрҙә, БЮТ телеканалында тура эфир барышында.

Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау алдынан республика Президенты парламент эшмәкәрлегенең еңел түгеллеген билдәләне. Пленар ултырыш, ғәҙәттә, тыныс үтә, әммә комиссияларҙа һәм комитеттарҙа ҡыҙыу фекер алышыуҙар, бәхәстәр килеп тыуа.

— Әммә бындай ығы-зығы ситкә сығарылмай, шуға күрә пленар ултырыштарҙа барыһы ла тыныс үтә. Быға ҡарамаҫтан, уларҙа ла фекер алышыуҙар, көсөргәнешле хәлдәр булырға тейеш, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Тура конфликттарҙың бер ыңғай яғы ла юҡ, сөнки улар емереүгә, юҡ итеүгә йүнәлтелгән, был дәүләт власы абруйының артыуына килтермәй. Власть халыҡта билдәле бер аҡыллылыҡ, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, мәҙәнилек менән ассоциациялаша. Әлбиттә, «ҡаршы» тауыш бирергә лә мөмкин, әммә быны аныҡ һәм аңлайышлы итеп дәлилләү зарур.

Республикала аҙағына яҡынлашҡан һайлау алды осоро, Президент һүҙҙәренсә, ваҡиғаларға бай булды.

— Кемдер үҙ маҡсатына өлгәшә алды, кемдер — юҡ. Дөйөм алғанда, минеңсә, был эмоцияларҙы сығарыу осоро булды. Кешеләр үҙҙәрен, ыңғай йәки кире сифаттарын күрһәтергә тырышты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай осраҡтар ҙа була, — тине республика етәксеһе.

Дөйөм алғанда, әлеге һайлау алды кампанияһын Башҡортостан Президенты «ғәҙәти», республикала 2011 йылда үткән кампанияға оҡшаш тип баһаланы.