Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 20 дөйөм белем биреү учреждениеһына смарт-мәктәп статусы биреләсәк

Йәмғиәт

Ағымдағы уҡыу йылы аҙағынаса 20 дөйөм белем биреү учреждениеһына смарт-мәктәп статусы биреләсәк.

Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов һүҙҙәренсә, был конкурс нигеҙендә һайлап алыу буласаҡ. Заявкаларҙы тикшергән ваҡытта, эксперттар белем биреү процесында яңы мәғлүмәт технологияларының ни тиклем әүҙем һәм урынлы ҡулланылыуын, белем биреү сифатын, уҡыусыларҙың үҙ аллы мәғлүмәт эҙләй, таба һәм файҙалана белеүен иҫәпкә аласаҡ.

Әлфис Ғаязов билдәләүенсә, смарт-мәктәп – элиталы мәктәп тигәнде аңлатмай, был башҡалар өсөн өлгө булыуҙы күҙ уңында тота. Мәғариф учреждениелары үҙ эшмәкәрлеген методик һәм ғилми йәһәттән камиллаштырып, был исем өсөн көрәшергә тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть