9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2013 йыл, 10:36

Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң үҫешкән төбәге иҫәбенә инә

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Рәсәйҙең ун иң үҫешкән төбәге иҫәбенә инә. Был төбәктәр араһында шулай уҡ Татарстан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Краснодар һәм Красноярск крайҙары инә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Республика башлығы билдәләүенсә, күрһәткестәргә ҡарап, Башҡортостан яҡынса бишенсе-етенсе позицияларҙы биләй.

— Рәсәйҙә 83 төбәк барлығын һәм беҙҙең тәүге унау иҫәбендә булыуын оноторға ярамай. Был рәсми мәғлүмәттәр. Беҙ ысынлап та яҡшы эшләгәнебеҙҙе тоябыҙ. Ҡалаларҙы төҙөкләндереү, уларҙа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу күрһәткестәре буйынса ла, минеңсә, алға табан ышаныслы барабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Уның һүҙҙәренсә, үткәрелгән социологик һорау алыуға ярашлы, Башҡортостанда тормош яҡшыра тип иҫәпләгән кешеләр һаны бындай фекерҙе инҡар иткән кешеләрҙән 40 процентҡа күберәк.

— Кешеләр оптимист була башланы. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр күп. Ҡайһы бер йүнәлештәр, мәҫәлән, инновациялар, технопарктар, ирекле иҡтисади зоналар, ҙур халыҡ-ара ваҡиғалар йәһәтенән башҡаларҙан ҡалышабыҙ икән, был айырма ҙур түгел. Беҙ – үҫеш процесында. Үҙебеҙ өсөн үҫеш стратегияһын билдәләнек, һәм республикабыҙҙың киләсәге яҡты булырына ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.