3 декабрь, Шәмбе

04 сентябрь 2013 йыл, 17:31

Журналистар араһында «Башҡортостандың таҙа һыуы» конкурсы иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә республикала журналистар араһында «Башҡортостандың таҙа һыуы» конкурсы иғлан ителде. Йәмәғәтселек аңында һыу ресурстарын һаҡлау һәм уларҙы рациональ файҙаланыу мәсьәләһен актуалләштереү бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, конкурста киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре һәм штаттан тыш авторҙары ҡатнаша ала. Уларҙың мәҡәләләре 2013 йылда баҫтырылған булырға һәм түбәндәге номинацияларға тап килергә тейеш: «Һыу – йәшәү сығанағы», «Һыу менән тәьмин итеү һәм һыу ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу мәсьәләләре», «Һыу ресурстарын һаҡлау һәм инновациялар», «Ҡала һәм халыҡ өсөн һыу», «Шәхес».

Конкурсты ойоштороусылар булып Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Кама бассейны һыу идаралығы һәм Башҡортостандың Экологтар союзы сығыш яһай.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн материалдарҙы envlav@mail.ru электрон почтаһы буйынса БР Экологтар союзына ебәрергә кәрәк.