10 декабрь, Шәмбе

04 сентябрь 2013 йыл, 16:36

Республика Президенты Туймазы районы халҡы менән осрашты

автор: Людмила Терновая, Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Шишәмбе, 3 сентябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Туймазы районы активы менән осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа республика Президенты Туймазы районында эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен атаны, шулай уҡ өлгәшелгән һөҙөмтәләр хаҡында әйтте. Дөйөм алғанда, ҡаланың бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттарында булғандан һуң, Рөстәм Хәмитов район етәкселеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.

— Ҡалала яҡшы спорт комплексы асылды, бында Туймазы районы хакимиәте башлығының хеҙмәте ҙур, — тине Рөстәм Хәмитов. – Яңы объект асыу районды үҫтереүгә йәнә бер аҙым, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға табан яңы йүнәлеш булып тора.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, донъяуи көрсөккә бәйле һәм Рәсәй менән Башҡортостанға ҡағылған проблемалар Туймазы районын урап үткән.

— Райондың иҡтисади күрһәткестәре беҙҙе ҡыуандыра, — тине республика Президенты. – Иҡтисади үҫеш темптары республика күрһәткестәренән алты тапҡырға юғарыраҡ, ә сәнәғәт приоизводствоһы 13 процентҡа артҡан, республика күрһәткестәренән был һигеҙ тапҡырға юғарыраҡ.

Районда булған проблемалар хаҡында һүҙ йөрөтөп, Президент уларҙың тотош республика өсөн хас булыуын билдәләне. Улар иҫәбендә – демографик хәл. Районда тыуым күрһәткестәре бер аҙ кәмегән.

Шулай уҡ Туймазы халҡын балалар поликлиникаһының булмауы борсой.

— Бөгөнгө көндә проект та, аҡса ла, поликлиника ла юҡ, — тине төбәк башлығы. – Һаулыҡ һаҡлау министрына был мәсьәләне хәл итергә һәм киләһе йылға объект төҙөүҙе планлаштырырға ҡуштым.

Президент билдәләүенсә, поликлиника һәм балаларға бәйле башҡа мәсьәләләр өҫтөнлөклө булып тора, балалар яҡшы шарттарҙа үҫергә тейеш.

Осрашыу һуңында Рөстәм Хәмитов Туймазы халҡына күрһәткән хеҙмәттәре һәм юғары ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт әйтте.