5 декабрь, Дүшәмбе

04 сентябрь 2013 йыл, 15:45

Рөстәм Хәмитов Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбенең яңы спорт залында булды

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы, 4 сентябрҙә, Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбенең яңы спорт залын ҡараны.

Төҙөлөш эштәре ағымдағы йылдың майында башланған. Хәҙер Сыуаш-Ҡыбау ауылы мәктәбендә ике спорт залы бар. Береһендә биҙәү эштәре үткәрелгән, икенсеһе яңы төҙөлгән. Яңы зал ирекле көрәш менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән. Иглин районындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең өлкән тренеры Николай Иванов һүҙҙәренсә, яңы бина заманса талаптарға тулыһынса яуап бирә. Унда сисенеп-кейенеү бүлмәләре, тренерҙар өсөн кабинеттар бар. Спорт залының дөйөм майҙаны 460 квадрат метр тәшкил итә, смета буйынса хаҡы – 23,8 миллион һум. Төҙөлөш эштәре һәм капиталь ремонт Башҡортостандың Социаль-маҡсатлы программалар фонды средстволары иҫәбенә үткәрелгән. Яңы бинаны ҡарап сыҡҡандан һуң, республика Президенты төҙөүселәрҙең эшенән ҡәнәғәт ҡалды.

— Өс ай эсендә төҙөүселәр өр-яңы бина төҙөнө, — тине Рөстәм Хәмитов. – Республика кимәлендә объект бәләкәй булһа ла, балалар өсөн был алға табан ҙур аҙым булып тора. Капитал һалыуҙарҙы талап итмәгән спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк. Тотонолған средстволар күләме ҙур түгел, ә тиҫтәләгән һәм йөҙләгән бала яҡшы шарттарҙа профессиональ тренерҙар менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә була.

Рәсәй Иркен көрәш федерацияһы тренеры, Пекинда үткән Олимпия уйындарының көмөш призеры Алена Карташева билдәләүенсә, заманса спорт залы балаларға даими тренировкалар үткәреп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов мәктәп бинаһын ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты, мәктәптәрҙә берҙәм форма индереүгә балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең мөнәсәбәте тураһында ҡыҙыҡһынды. Уҡытыусылар һүҙҙәренсә, совет осорондағы мәктәп кейемен (аҡ яғалар һәм алъяпҡыстар) хәтерләткән форма уҡыусыларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә оҡшаған.

— Киләсәктә лә был йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беренсе сирек дауамында беренсе һәм икенсе класс уҡыусыларын кейендереү өсөн бюджетта бер ни тиклем аҡса планлаштырылды.