6 декабрь, Шишәмбе

04 сентябрь 2013 йыл, 12:08

Рөстәм Хәмитов: «Туймазыла граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла»

автор: Людмила Терновая, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 3 сентябрҙәге эш сәфәре барышында Туймазыла төҙөлөп ятҡан өс ҡатлы йортто ҡараны. Унда авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан граждандар күсереләсәк.

Йорттоң дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Унда 27 фатир урынлашасаҡ.

Республика Президенты балалар майҙансыҡтары өсөн урындың әҙ булыуына иғтибар итте. Төҙөүсе һүҙҙәренсә, биләмәлә йәйәү йөрөү өсөн урындар булдырыу планлаштырыла.

— Туймазы районында граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Программаны артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Өс йылдан районда иҫке торлаҡ мәсьәләһенең тулыһынса хәл ителәсәгенә иҫәп тоторға мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов.

2008-2012 йылдарҙа республикала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволары иҫәбенә 52 йорт һүтелгән. Уларҙың дөйөм майҙаны 17,7 мең квадрат метр тәшкил иткән. Һөҙөмтәлә 381 ғаилә яңы төҙөк йорттарға күсерелгән. Быйыл 11 авария хәлендәге йорттан граждандарҙы күсереү планлаштырыла. Уларҙың дөйөм майҙаны — 9 мең квадрат метр.