6 декабрь, Шишәмбе

04 сентябрь 2013 йыл, 11:38

Башҡортостанда пенсионерҙар һаны йыл эсендә 17,1 мең кешегә артҡан

автор: Эльвира Латипова

Республикала пенсионерҙар һаны 1092,2 мең кешене тәшкил итә – үткән йылға ҡарағанда 17,1 меңгә күберәк. 2013 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр менән Башҡортостанстат таныштыра.

Төбәктә пенсияның уртаса күләме – айына 9448,5 һум (2012 йылдың 1 июленә ҡарата ул 8610,5 һум тәшкил иткәйне).

Пенсионерҙарҙың 997,4 меңе хеҙмәт пенсияһын ала, шул иҫәптән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһын – 897,6 мең кеше (пенсияның уртаса күләме – айына 10 056,2 һум), инвалидлыҡ буйынса – 47,8 мең кеше (6460,7 һум), ҡараусыһын юғалтыу буйынса – 52 мең кеше (6876,6 һум) ала.

Дәүләт пенсияһы — 94,8 мең кешегә (пенсияның уртаса күләме – айына 6611,3 һум), шул иҫәптән социаль пенсиялар 90,8 мең кешегә (6425,2 һум) түләнә.