Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

«Туймазыбыяла» предприятиеһында эш хаҡы буйынса бурыстарға бәйле хәлде тикшереү өсөн комиссия булдырыласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Туймазыбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эш хаҡын түләү буйынса бурыстарға бәйле мәсьәләне хәл итеү буйынса махсус комиссия булдырырға ниәтләй. Уның составына производствола эшләүселәр, финансистар, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре инәсәк. Был хаҡта республика етәксеһе Туймазыға эш сәфәре сиктәрендә предприятие эшселәре менән осрашыу барышында хәбәр итте.

Предприятиела эш хаҡы буйынса бурыстар 66 миллион һум тәшкил итә. Һуңғы тапҡыр хеҙмәт хаҡы ағымдағы йылдың майында түләнгән. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы күптән инде тулыһынса түләнмәй – эшселәр ике-өс мең һум ала. Һуңғы ваҡытта предприятиенан байтаҡ кешеләр эштән ҡыуылған.

— Был мәсьәләне тикшерәбеҙ, уның ҡатмарлы булыуын аңлайбыҙ. Әлегә бер ни ҙә вәғәҙә итә алмайым. Предприятиела ҡорамалдарҙың, технологияларҙың иҫкергән булыуы аңлашыла. Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Инвесторҙар йәлеп итергә уйлағайныҡ, әлегә был килеп сыҡмай. Төбәктә бер нисә бындай предприятие бар, был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, был хәлде тикшереү өсөн махсус комиссия булдырыласаҡ һәм алдағы аҙнала уҡ уның вәкилдәре Туймазыға киләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть