Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Туймазыла дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса яңы күп функциялы үҙәк асыласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 3 сентябрҙә Туймазыға эш сәфәре барышында ҡалала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса яңы күп функциялы үҙәк төҙөү барышын тикшерҙе. Эштәр ағымдағы йылда башланған. Объектта төҙөлөш эштәрен Туймазы районының иң ҙур ойошмаларының береһе — «3-сө төҙөлөш фирмаһы» эшселәре башҡара.

Президентҡа хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың октябренә объектҡа коммуникациялар үткәреләсәк. Ошо эштәрҙе тамамлағандан һуң, үҙәк тәүге клиенттарын ҡабул итәсәк. Бинаның дөйөм майҙаны 2316 квадрат метр тәшкил итә. Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн 26 тәҙрә эшләйәсәк. Шулай уҡ үҙәк биләмәһендә автомобилдәр ҡуйыу урыны ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть