Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Туймазыла бетон изделиелар етештереү процесы менән танышты

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре сиктәрендә «САВА-бетон» предприятиеһында булды. Төбәк башлығы производствоның нисә йыл эшләүе һәм һуңғы йылдарҙа ниндәй үҙгәрештәр булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Ойошма 2008 йылдан башлап эшләй. Бында бетон һәм бетон иҙелмәһе әҙерләнә. 2010 йылда тимер-бетон изделиелар, плитә, ҡоҙоҡ ҡулсалары, фундамент блоктары етештереү буйынса цех эшләй башлаған. 2012 йылда керамзит, бетон блоктар, брусчатка һәм бордюр етештереү буйынса участка файҙаланыуға тапшырылған.

Рөстәм Хәмитов әҙер продукция һаҡланған келәтте, производство бүлмәләрен ҡарап сыҡты, продукция етештереү процесы менән танышты, брусчатка сифатын баһаланы. Президент шулай уҡ һуңғы йылдарҙа һатып алынған техниканы, атап әйткәндә, бетон һәм бетон иҙелмәһен әҙерләү буйынса уникаль ҡоролманы ҡараны. Уның һүҙҙәренсә, бындай агрегаттарҙы үҙебеҙҙә, мәҫәлән, «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә етештерергә мөмкин. Республика кимәлендә улар ҙур һорау менән файҙаланмаһа, бындай комплекстарҙы Рәсәй кимәленә сығарырға була, тип иҫәпләй төбәк башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть