Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Бөрө алмаһы» фестивалендә иң яҡшы баҡсасы билдәләнәсәк

Йәмғиәт

Бөрөлә 14 сентябрҙә V «Бөрө алмаһы» төбәк-ара фестивале үтә. Фестиваль сиктәрендә «Баҡсасы-2013» конкурсын үткәреү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Иң яҡшы баҡсасылыҡ предприятиеларын, фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙы асыҡлау, был өлкәләге яңы селекция ҡаҙаныштарын популярлаштырыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора. Шулай уҡ «Республика питомник ҡарау хужалыҡтарының һәм селекция үҙәктәренең баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса эш тәжрибәһе» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк. Унда Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм ғилми-тикшеренеү институттарының белгестәре ҡатнашасаҡ.

«Баҡсасы-2013» конкурсы түбәнге номинациялар буйынса үткәрелә: иң яҡшы баҡсасылыҡ предприятиеһы, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы, иң яҡшы һәүәҫкәр баҡсасы (шәхси ярҙамсы хужалыҡ), баҡсасылыҡ тармағын үҫтереү һәм йәшелсә-емеш продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы бизнес-план проекты. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 2013 йылдың 9 сентябренә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть