5 декабрь, Дүшәмбе

03 сентябрь 2013 йыл, 17:03

Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре 27 октябргә тиклем дауам итәсәк

автор: Галина Бахшиева

Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә 27 октябргә тиклем дауам итәсәк. 3 сентябрҙә үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итеүенсә, йәрминкәләр 14 майҙансыҡта һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын үткәреләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл өфөлөләрҙең үтенесе буйынса йәрминкәләр Башҡортостан баш ҡалаһында ғәҙәттәгенән алдараҡ – 5 августа уҡ башланғайны. Был ваҡыт эсендә 82 тонна йәшелсә, шул иҫәптән 32 тонна картуф, 24 тонна ит һәм 78 тонна бал һатылған.

Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашыусылар һәм һатып алыусыларҙың уңайлығы өсөн сентябрь аҙаҡтарында, Дим районынан тыш, Өфөнөң һәр районында сауҙа итеү өсөн 10 сатыр урынлаштырыласаҡ. Журналистар менән аралашыу барышында Ирина Рублева хәбәр итеүенсә, баш ҡалала шулай уҡ пенсионерҙар өсөн махсус рәүештә туғыҙ сауҙа нөктәһе бүленгән, уларҙа 275 сауҙа урыны йыһазландырылған. Бынан тыш, Өфөнөң 24 сауҙа комплексында баҡсасылар өсөн 600-гә яҡын сауҙа урыны бүленгән. Әммә, бындай уңайлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡ, шул иҫәптән пенсионерҙар, санкцияланмаған урындарҙа сауҙа итеүҙе өҫтөн күрә.

Шулай итеп, 2013 йылдың июнь-август айҙарында ғына сауҙа итеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа продукция һатҡан өсөн РФ Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы, Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм Өфө райондары хакимиәттәре ҡарамағындағы комиссиялар ағзалары 1,6 меңдән ашыу протокол төҙөгән. Һалынған штрафтар күләме 1,085 миллион һум тәшкил иткән. Ә йыл башынан алып штрафтар суммаһы 2 миллион һумдан ашҡан.