5 декабрь, Дүшәмбе

03 сентябрь 2013 йыл, 16:14

Башҡортостан Президенты «Туймазы-Арена» боҙ комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Людмила Терновая, Арина Рәхимҡолова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазы районы буйлап эш сәфәре барышында «Туймазы-Арена» универсаль боҙ комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты.

— Туймазы халҡын был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов. – Комплекс төҙөүгә йүнәлтелгән барлыҡ тырышлыҡтар бушҡа китмәҫ, тип ышанам. Был балаларҙың тормошон яҡшыртыуға тағы ла бер аҙым булып тора.

Республика Президенты тренажер, хореография залдарын, сисенеп-кейенеү бүлмәһен, спорт комплексы фойеһында буфетты, спорт магазинын ҡарап сыҡҡандан һуң, яңы учреждениеға ыңғай баһа бирҙе.

Республика башлығы билдәләүенсә, боҙ аренаһын асыу Туймазы халҡының тормошонда мөһим ваҡиға булып тора.

Универсаль спорт комплексы ике этапта төҙөлә, төҙөлөштөң тәүге сираты тамамланған да инде. Объекттың хаҡы 302 миллион һум тәшкил итә. Проектты финанслау Башҡортостандың социаль-маҡсатлы программалары фонды һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәйриә фонды ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.

Спорт комплексында фигуралы шыуыу, шайбалы хоккей буйынса секциялар, атлетика, фитнес, бейеү һәм башҡа спорт төрҙәре залдары эшләйәсәк.