8 декабрь, Кесе йома

03 сентябрь 2013 йыл, 15:52

Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин республика халҡы менән осрашыуҙар үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Төбәк аҙналығы сиктәрендә Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин граждандар менән осрашыуҙар үткәрҙе. Бынан тыш, ул республика райондарында ойошторолған мөһим сараларҙа ҡатнашты.

Депутат Туймазы ҡалаһының 2-се, 4-се һәс 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусылары менән осрашты. Парламентарий үҙенең закондар сығарыу эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһының йыл ярым эсендәге эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе.

Шулай уҡ Рафаэль Мәрҙәншин Октябрьский ҡалаһында граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа 60-тан ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Граждандарҙың күпселеген республиканың хоҡуҡ һаҡлау һәм тикшереү органдарының эшмәкәрлегенә, суд ҡарарҙарының үтәлмәүенә бәйле мәсьәләләр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар борсой.

Һөҙөмтәлә 34 запрос әҙерләргә ҡарар ителде, күпселек граждандарға осрашыуҙа ҡатнашҡан юристар урындарҙа уҡ консультацион ярҙам күрһәтте.

Нефтселәр көнө һәм Муниципалитет көнөнә ҡарата ойошторолған саралар сиктәрендә Приют ҡасабаһында Рафаэль Мәрҙәншиндың Бәләбәй районы халҡы һәм «Башнефть-Ишембай» акционерҙар нефть компанияһы бүлексәһенең хеҙмәт коллективы менән осрашыуы үтте.