10 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2013 йыл, 14:52

Рөстәм Хәмитов Европа социаль хартияһы буйынса семинарҙа ҡатнашты

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

Ошо көндәрҙә Өфөлә Европа социаль хартияһы буйынса семинар үтә. Сараны ойоштороусылар булып РФ һәм БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә Европа социаль хартияһы Департаменты, Европа социаль тәьминәт кодексы, Европа Советының кеше хоҡуҡтары һәм закондар өҫтөнлөгө буйынса генераль директорлығы сығыш яһай. Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул төбәктең социаль өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне.

— Республикала йәшәгән дүрт миллион кешенең ике миллионға яҡыны иҡтисад өлкәһендә мәшғүл, улар араһында эшкә яраҡлы халыҡтың өлөшө лә ҙур, — тине Рөстәм Хәмитов. – Күп илдәрҙә халыҡтың ҡартайыуы күҙәтелә, шундай уҡ процестар Башҡортостанда ла бара. 2009 йылдан башлап республикала пенсионерҙар һаны алты процентҡа артҡан, был тенденция киләсәктә лә дауам итәсәк. Бындай шарттарҙа кешелек капиталын нығытыу буйынса эшмәкәрлек айырыуса әһәмиәткә эйә.

Эшһеҙлек тураһында һүҙ йөрөтөп, Рөстәм Хәмитов 2009 йылдан башлап (ул ваҡытта эшһеҙлек кимәле 13 процент тәшкил иткән) уның кимәлен 6 процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелеүе хаҡында әйтте. 2010 йылдан Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ярҙамында 300 мең кеше эшкә урынлашҡан. Былтыр Башҡортостанда яңы предприятиелар асыу арҡаһында 15 меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Шулай уҡ төбәк башлығы республикала йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам иткән юл картаһы әҙерләнеүен, өлкән класс уҡыусылары өсөн предприятиеларға экскурсиялар, төрлө осрашыуҙар ойошторолоуын билдәләне.

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға килгәндә, Башҡортостан Президенты инвалидтарҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итеүҙең мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Республикала квота билдәләнгән – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туғыҙ мең эш урыны, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, 300 махсуслаштырылған эш урынын ойоштороу өсөн субсидиялар бүленә. Әлбиттә, был ғына әҙ. Башҡортостанда 300 меңгә яҡын инвалид йәшәй, уларҙың 100 меңе эшкә яраҡлы. Был өлкөлө эшләнәһе эштәр бар әле.

Үҙенең сығышында төбәк башлығы эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт шарттары темаһын да телгә алды. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ҡатындарға бала тәрбиәләү менән һөнәри эшмәкәрлекте бергә алып барыу өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Декрет ялында ултырған әсәләр яңы һөнәрҙәргә өйрәнеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тигән фекерен белдерҙе республика етәксеһе.

Семинарҙа шулай уҡ Европа социаль хартияһы Департаменты һәм Европа социаль тәьминәт кодексы директоры Режис Брия, Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Хоҡуҡи көйләү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек департаменты директоры урынбаҫары Елена Вокач-Болдырева сығыш яһаны.

Семинар эшенең икенсе көнөндә унда ҡатнашыусылар Октябрьский ҡалаһына барасаҡ, унда «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы эшмәкәрлеге менән танышасаҡ.