Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Өфө уҡыусылары өсөн «Парламент дәрестәре»н үткәрҙе

Сәйәсәт

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты, Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзаһы Рима Баталова Өфөнөң ике мәктәбендә Рәсәй Конституцияһының 20 йыллығына арналған «Парламент дәрестәре»н үткәрҙе.

Белем көнөндә 18-се урта мактәптең 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары яңы уҡыу йылын ғәҙәти булмаған дәрестән башланы. Рима Баталова йәш өфөлөләргә Дәүләт Думаһының, депутаттарҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Асыҡ дәрестә шулай уҡ Өфө ҡала Советы депутаты Руслан Солтанов ҡатнашты. Дәрес һуңында Рима Баталова иң әүҙем уҡыусыларға рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Яңы уҡыу йылының беренсе көнөндә парламентарий Өфөнөң 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатында булды. Рима Баталова тантаналы линейкала ҡатнашты, уҡыусыларға һәм педагогтарға рәхмәт белдерҙе һәм интернатта тәрбиәләнеүселәр өсөн шулай уҡ асыҡ дәрес үткәрҙе.

— Барлыҡ уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайым. Был көндө балалар үҙҙәре өсөн күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Йәш быуындың сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыныуын күреү ҡыуаныслы, — тип билдәләне Рима Баталова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть