9 декабрь, Йома

03 сентябрь 2013 йыл, 11:35

Белорет районында яңы мәктәп асылды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Көн элгәре Белорет районының Үҙәнбаш ауылында яңы мәктәп асылды. Был шатлыҡлы ваҡиға менән ауыл халҡын Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов, райондың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева, «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Хажиев, Шығай ауыл советы башлығы Рәмил Шәрәфетдинов ҡотланы.

Мәктәптең 1971 йылда төҙөлгән элекке бинаһы өс йыл элек авария хәлендә тип танылған. Дәрестәр айырым бер бинала үткәрелгән. Унда ни бары алты бүлмә булған. Республика ярҙамы менән 2011 йылда 108 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп бинаһы төҙөлә башлаған. Был маҡсаттарға республика бюджетынан 125 миллион һум аҡса бүленгән. Эштәрҙе Өфөнөң «Геострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте» төҙөлөш ойошмаһы башҡарған.

Ауылда ябай мәктәп түгел, ә тотош социаль үҙәк үҙ ишектәрен асты. Ике ҡатлы бинала, мәктәптән тыш, 30 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлашҡан. Яңы бина һәр йәһәттән заманса талаптарға яуап бирә.

2013 йылдың 1 сентябрендә Үҙәнбаш ауылы урта мәктәбенә 106 бала уҡырға барған. Уларҙың 12-һе – беренсе класс уҡыусылары. Балалар баҡсаһына 30 сабый йөрөйсәк.

Яңы уҡыу йылында Белорет районында 35 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 44 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 5 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләйәсәк. Мәктәптәргә 11 меңдән ашыу бала уҡырға барған, уларҙың 1124-е – беренсе класс уҡыусылары.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Белорет халҡын йәнә ике мөһим ваҡиға көтә. Белоретта 220 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы һәм реконструкциянан һуң 1-се урта мәктәп асыласаҡ. Мәктәптә ике яңы корпус – бассейн һәм башланғыс мәктәп буласаҡ. Төп корпуста тулыһынса яңыртыу эштәре башҡарылған. Ағымдағы йылдың октябрендә – мәктәптең төп корпусын һәм ашхананы, 2014 йылға – бассейнды һәм башланғыс мәктәп бинаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.