3 декабрь, Шәмбе

03 сентябрь 2013 йыл, 10:50

Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусын яңыртыуға 350 миллион һумға яҡын аҡса бүленәсәк

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусын яңыртыуға кәм тигәндә 350 миллион һум аҡса бүленәсәк. Яңыртыу эштәре федераль һәм республика бюджеттары, шулай уҡ бюджеттан тыш средстволар иҫәбенә үткәреләсәк. Был хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дүшәмбе, 2 сентябрҙә, Ишембайҙа журналистар менән аралашыу барышында белдерҙе.

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һүҙҙәренсә, корпусты үҫтереү буйынса өс йылға иҫәпләнгән программа ҡабул ителәсәк.

— Ағымдағы йыл аҙағынаса физика, химия, лингафон, информатика бүлмәләрен йыһазландырыу буйынса финанслауҙы тәьмин итәсәкбеҙ. Йоҡо һәм уҡытыу бүлмәләренең дә матди базаһын яңыртасаҡбыҙ. Шулай уҡ физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөү федераль бюджеттан финансланасаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы махсус спорт манежын булдырыу буйынса ҡарар ҡабул итте, — тине Михаил Бабич.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле иҫәпләүенсә, кадет корпусында балаларға юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә мөмкинлек биргән тейешле мөхит булдырырға кәрәк. Бының өсөн учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу, тейешле көнкүреш шарттарын булдырыу, белем биреү процесын яҡшы кимәлдә ойоштороу мөһим.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, балаларға был өлкәләге иң яҡшы ҡаҙаныштар менән танышыу мөмкинлеге лә биреләсәк. Улар өсөн төрлө экскурсиялар һәм осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бында белем алыу, хеҙмәт һәм спорт менән шөғөлләнеү, артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ. Уртаҡ тырышлыҡтар менән заманса уҡыу йортон булдыра аласаҡбыҙ, тине Рөстәм Хәмитов.