Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың алты районында шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға төштөләр

Иҡтисад

Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға төштөләр. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә был культураны алты район аграрийҙары йыя башлаған.

Әлеге ваҡытта шәкәр сөгөлдөрө 595 гектар майҙанда ҡаҙып алынған. Иң юғары эш темптары Баҡалы районында күҙәтелә, унда был техник культура өсөн бүленгән майҙандарҙың 10 процентында сөгөлдөр йыйылған.

Төбәктә уртаса уңыш гектарынан 342 центнер тәшкил итә, әлеге ваҡытта 20,3 мең тоннанан ашыу татлы тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Шул уҡ ваҡытта иң юғары уңыш Благовар районында теркәлгән, унда гектарынан 528 центнер сөгөлдөр йыйып алалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡынса күҙаллауҙар буйынса, республикала һәр гектарҙан 250-шәр центнер шәкәр сөгөлдөрө йыйып алыу планлаштырыла. 2013 йылда Башҡортостанда был культура йәмғеһе 55,2 мең гектар майҙанда сәселде. Үткән йыл менән сағыштырғанда, был 1,5 процентҡа күберәк.

Насар һауа шарттары арҡаһында сәсеүлектәрҙең бер өлөшө һәләк булды, шуға күрә республика аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөн 52,6 мең гектар майҙанда, йәғни сәсеүлектәрҙең 95 процентында йыйып аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть