4 декабрь, Йәкшәмбе

03 сентябрь 2013 йыл, 9:40

Өфөлә Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитовтың юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы үтте

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

2 сентябрҙә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән эш осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа ислам мәғарифын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Унда ҡатнашыусылар дини лидерҙарҙы даими рәүештә уҡытыу системаһын яйға һалыу, шулай уҡ улар өсөн даими рәүештә эшләгән квалификация күтәреү курстарын ойоштороу кәрәклеген билдәләне.

Рәсәйҙең юғары мөфтөйө һүҙҙәренсә, үткән аҙнала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы Рәсәй ислам университетында 80 кеше юғары белем тураһындағы дипломдар алған һәм әлеге ваҡытта халыҡҡа хеҙмәт итә башлаған. Уларҙың яҡынса яртыһы – Башҡортостандан, ҡалғандары – Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән. Бөгөнгө көндә университет үҙ көсө менән йылына 300 кешене уҡытып сығара ала.