Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары мемориалы янында сквер асылды

Йәмғиәт

2 сентябрҙә Октябрҙең 50 йыллығы һәм 8 Март урамдары киҫелешендә урынлашҡан Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары мемориалы янында сквер асыу тантанаһы үтте.

Скверҙы реконструкциялау буйынса эштәр 2013 йылдың йәйендә башланғайны. Был ваҡыт эсендә иҫке плитка һүтеп алынды һәм брусчатка түшәлде, сәскә түтәлдәре төҙөкләндерелде, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, шулай уҡ йүкә, сирень ағастары ултыртылды. Алдағы ваҡытта бында бушлай Wi-Fi зона ойоштороласаҡ.

— Әлегә скверҙың рәсми исеме юҡ, документтарҙа ул «Йәштәр» скверы тип билдәләнә, — тине Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтийәров. – Скверға исемде һәр өфөлө тәҡдим итә ала, иң уңышлы тип табылғандары тауыш биреү өсөн Өфө хакимиәте сайтында урынлаштырыласаҡ. Ҡалала ял зоналарының күбәйеүе – ҡыуаныслы хәл. Үткән йылда капиталь ремонттан һуң М.В.Нестеров исемендәге сквер асылды, киләһе йылда Йәштәр һарайы артындағы паркты реконструкциялау планлаштырыла, әлеге ваҡытта проект документацияһы әҙерләнә.

Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы батырҙары һәйкәле 1975 йылдың апрелендә асылған. Уның дөйөм бейеклеге 12 метр тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть