Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Йәшел Рәсәй» акцияһында ҡатнашыусылар 339 тонна сүп-сар йыйҙы

Йәмғиәт

Башҡортостанда «Йәшел Рәсәй – бөтә Рәсәй экологик өмәһе» акцияһында ҡатнашыусылар яҡынса 339 тонна сүп-сар йыйҙы. Сарала алты меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан «Йәшел Рәсәй – бөтә Рәсәй экологик өмәһе» акцияһына ҡушылды. Уның төп маҡсаты – илдәге ҡалаларҙың экологик хәлен яҡшыртыу.

— 30 һәм 31 августа республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында ауыл биләмәләрен, тәбиғәт ҡомартҡыларын һәм ял урындарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр үтте. Акцияны ойоштороусылар булып БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль идаралыҡтары һәм комитеттары сығыш яһаны, — тип хәбәр итте министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.

Сараны үткәреүгә Стәрлетамаҡтың сәнәғәт предприятиелары күп көс һалды. Улар 70 тоннанан ашыу сүп-сар сығарып түкте.

Ишембай халҡы ла ҡала биләмәһен таҙартыуҙа әүҙем ҡатнашты. Акция ике мең кешене берләштерҙе, уларҙың тырышлығы менән Ишембай 130 тонна ҡалдыҡтан ҡотолдо.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть