6 декабрь, Шишәмбе

02 сентябрь 2013 йыл, 16:30

Өфөлә «Һөт иле-2013» фестивалендә 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә «Һөт иле» фестивалендә ҡатнашыусылар һаны йылдан йыл арта бара.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл сарала 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бер йыл элек һөт байрамында ҡатнашыусылар һаны 15 меңгә тиң ине.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова хәбәр итеүенсә, «Һөт иле-2013» фестивалендә 47,4 тонна һөт, 4,8 тонна аҡ май, 3,4 тонна сыр, ике тонна туңдырма, 6,8 мең ҡуйыртылған һөт банкаһы, шулай уҡ 5,3 мең шешә ҡымыҙ һәм 320 шешә кәзә һөтө һатылған.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һүҙҙәренсә, бындай фестиваль һөт эшкәртеүселәр өсөн үҙҙәрен танытыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр аса.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостан йән башына иҫәптә файҙаланылған һөт күләме буйынса Рәсәй субъекттары араһында лидер булып тора. Шулай итеп, йыл һайын республикала йәшәгән һәр кешегә 350 килограмға тиклем һыйыр һөтө тура килә. Дөйөм Рәсәй буйынса был күрһәткес 240 килограмға тиң.