3 декабрь, Шәмбе

02 сентябрь 2013 йыл, 12:16

Төбәктә мәҙәниәт өлкәһендә «Заман менән йәнәшә» сайттар конкурсы старт алды

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге төбәктең муниципаль берәмектәре араһында «Заман менән йәнәшә» тип аталған мәҙәниәт тураһындағы сайттар һәм интернет биттәре конкурсын иғлан итте.

Бәйгелә мәҙәниәт һәм ял итеү учреждениеларының, республика ҡала һәм райондары хакимиәттәре ҡарамағындағы мәҙәниәт бүлектәренең коллектив йәки шәхси электрон ресурстары ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы тик бер генә интернет-ресурс тәҡдим итә ала. Сайтҡа инеү иркен һәм уңайлы булырға тейеш.

Заявканы сайт администраторы, шулай уҡ уның хужаһы йәки вәкиле бирә ала. Эксперттар булып мәҙәниәт һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге абруйлы белгестәр сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыуға заявкалар 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем rcnt-red@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.