6 декабрь, Шишәмбе

02 сентябрь 2013 йыл, 10:28

Башҡортостан Президенты эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды

автор: Эльмира Сабирова, Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шәмбе, 31 августа, эш сәфәре менән Нефтекамала булды.

«Нефтекама машиналар эшләү заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты магистраль насос агрегаттарының яңы төрөн булдырған. Энергияны һаҡсыл файҙаланыу күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә уның аналогтары юҡ. Яңы производство ойоштороу эшмәкәрлеге менән ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Белгестәр иҫәпләүенсә, бындай машиналарға ихтыяж ҙур. Бөгөнгө көндә, нигеҙҙә, бер нисә тиҫтә йыл элек эшләнгән һәм ҡайһы бер күрһәткестәр буйынса заман талаптарына яуап бирмәгән украин агрегаттары ҡулланыла.

Заводтың генераль директоры Сергей Данилов хәбәр итеүенсә, әлегә проект буйынса ҡаралған инвестицияларҙың 70-80 проценты тотонолған. Нефтекама машиналар эшләү заводы ҙур күләмдә нефть насостарын етештерә башлауҙы 2014 йылға планлаштыра. Ә ҡайһы бер өлгөләрҙе ағымдағы йылдың сентябрендә етештерә башлау, ғинуарҙа уларҙы һынап ҡарау планлаштырыла.

Проект тулы ҡеүәтенә 2015 йылда эшләй башлаясаҡ. Йыллыҡ етештереү күләме яҡынса ике миллиард һум тәшкил итәсәк, тип көтөлә.

Әлеге ваҡытта төҙөү-монтажлау һәм башҡа эштәр алып барыла. Яңы производствоның проект буйынса ҡеүәте – йылына 100 агрегат. Завод белгестәре фекеренсә, Нефтекама предприятиеһы Рәсәй баҙарының ихтыяжын тулыһынса ҡаплай аласаҡ. Потенциаль ҡулланыусылар иҫәбендә — «Транснефть», «Лукойл», «Роснефть», «Газпром нефть», «Сургутнефтегаз», шулай уҡ бер нисә сит ил заказсыһы.

Производствола яҡынса 200 эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа туранан-тура инвестициялар күләме 750 миллион һум тәшкил итте, йыл аҙағына тиклем 180 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.

Йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн Нефтекама заводы торлаҡ төҙөлөшөн башларға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләлә предприятиеның республика ярҙамына өмөт итә алыуын билдәләне.