11 декабрь, Йәкшәмбе

02 сентябрь 2013 йыл, 9:37

Рөстәм Хәмитов «Һөт иле-2013» фестивалендә ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева, Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Шәмбе, 31 августа, Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында «Һөт иле-2013» бөтә Рәсәй фестивален асыу тантанаһы үтте. Һөт байрамында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ул фестивалдең төп майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты.

— Барығыҙҙы ла һөт байрамы менән ҡотлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, ҡала халҡын сәләмләп. – Яратҡан ризығыбыҙ – һөт фестиваленә күптәрҙең ғаиләләре, балалары менән килеүе шатлыҡлы күренеш.

Президент билдәләүенсә, малсылыҡ тармағының үҫешкән булыуына ҡарамаҫтан, «һөт беҙгә әлегә етмәй», шуға күрә «малсылыҡ фермаларын күберәк төҙөйәсәкбеҙ, ауыл хужалығы предприятиеларына артабан да ярҙам итәсәкбеҙ».

Фестивалдә көн дауамында ике һөт фонтаны эшләне. Уларҙы Өфө мэры Ирек Ялалов һәм Милли һөт етештереүселәр союзы рәйесе Андрей Даниленко тантаналы рәүештә асты.

Сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе берәр стакан һөт эсте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 3 сентябрендә һөт байрамында ҡатнашыусылар 6168 литр һөт эскәйне.